Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2022, 11:58

Ауыр йөк машиналарына юл йөрөүгә миҙгелле сикләү индерелде

Ауыр йөк машиналарына юл йөрөүгә миҙгелле сикләү индерелә, тип хәбәр итте үҙ сәхифәһендә муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

- Йыл һайын яҙғы осорҙа төбәктә юлдарҙың бер өлөшө ябыла. Был ҡар һыуҙарынан еүешләнгән юл полотноһының ауыр йөк автомобилдәре ауырлығынан емерелмәһен өсөн эшләнә, - ти етәксе.

11 апрелдән 5 майға ҡәҙәр ауыр йөк машиналары өсөн Тирлән – Мәхмүт – Үрге Арша, 4 саҡрым һуҙымындағы Белорет – Шушпа, Белорет – Отнурок, Әзекәй – Әхмәр һәм башҡа автоюлдар ябыла.

Тыйыу халыҡ-ара йөк ташыуға, пассажирҙар өсөн тәғәйен автобустарға, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ, ашламалар, почта, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, юл-төҙөлөш техникаһы һәм юл ремонтлау өсөн материалдарҙы ташыуға ҡағылмай.

Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Белорет – Учалы – Миәс, Сермән – Амангилде – Баймаҡ, Белорет – Үткәл, Белорет – Тирлән, Олойылға станцияһы – Ишлә – Туҡан – Егәҙе һәм башҡа төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтле юлдар асыҡ килеш ҡала. Белорет ҡалаһында ла урындағы әһәмиәтле юлдар асыҡ.

Автомобиль юлдары йәһәтенән һорауҙарығыҙ булһа, 4-57-67 телефон һандарын йыйып, Белорет районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш һәм төҙөкләндереү бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин (9.00-18.00 сәғәттәрҙә).

Фото: badfon.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: