Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2022, 12:33

Мут әҙәмдәр йоҡламай

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә 27 йәшлек ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Ғаризала күрһәтелеүенсә, билдәһеҙ шарттарҙа уның исеменә 30 мең һум күләмендә микрозайм алынған. Ваҡиға йәһәтенән мәғлүмәт туплағанда, полиция хеҙмәткәрҙәре кредиттың микрофинанс ойошмаларҙың береһендә онлайн рәүештә бирелеүен асыҡлай. Зыян күреүсе аңлатыуынса, бер нисә йыл элек ул бында бурысҡа аҡса алған, ләкин әлеге ваҡытта был ойошманың хеҙмәте менән ҡулланмаған.

Мут әҙәмдәр йоҡламай
Мут әҙәмдәр йоҡламай

Тәртип һаҡсылары билдәләүенсә, мутлашыусы Интернет-порталдарҙың береһендә клиенттың шәхси кабинетына ингән. Ул паролдәр, электрон почта һәм телефонға килгән хәбәрҙәр менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә булған. Ошо йәшерен мәғлүмәттәр арҡылы микрозайм алынған. Әйтергә кәрәк, бөтөн операциялар төнөн Мәскәү өлкәһенән тормошҡа ашырылған.

Ҡатын күптән түгел телефонына ҡулланыусының Интернет-әүҙемлеген күҙәтеүсе һәм мәғлүмәт еткереүсе ҡушымта ҡуя. Әлеге программаның зыян күреүсенең персональ мәғлүмәттәрен таратыуҙа бәйләнеше булыу-булмауын да полиция хеҙмәткәрҙәренә асыҡлау зарур.

Полиция граждандарҙы тикшерелмәгән түләүһеҙ сервистар менән ҡулланып, Интернет селтәренә үҙҙәре тураһында йәшерен мәғлүмәт таратыу хәүефе тураһында иҫкәртә. Телефонығыҙға шикле ҡушымталар һәм программалар ҡуймағыҙ, шулай уҡ шәхси кабинеттарығыҙға төрлө сайттарҙан һәм осраҡлы компьютерҙарҙан инмәгеҙ, йәмәғәт урындарындағы wi-fi менән ҡулланмағыҙ.

Гүзәл ДРОНОВА,

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге.

Фото: anatomus.ru

Автор:
Читайте нас: