Сарала айырыуса Шығай мәктәбенең VII класс уҡыусылары һәм класс етәкселәре Фәниә Әсләм ҡыҙы Зарипова әүҙемлек күрһәтте. Яҙғы каникулдар мәлендә Лиана Ғәлиуллина, Рәмис Лоҡманов, Иҙел Мөхөтдинов атай-әсәйҙәре менән бергә сыйырсыҡ ояларын эшләне. Ихласлыҡ менән эшләнгән оялар төрлө формала һәм ҙурлыҡта килеп сыҡты. Балалар үҙ эштәренән оло ҡәнәғәтлек кисерҙе.
6 апрель көнө китапхана алдында йыйылып, бергәләп Ҡамшаҡ аҡланына юлландыҡ. Йәпле урында үҫкән ағастарҙы һайлап, балалар ояларҙы элеп тә ҡуйҙы. Эш теүәлләнгәс, биология уҡытыусыһы Фәниә Әсләм ҡыҙы сыйырсыҡтарҙың үҙенсәлектәре, уларҙың башҡа ҡоштарҙан ҡайһы яғы менән айырылыуы тураһында һөйләне.
Китапханасы Ольга Ғәлиуллина “Урманда” энциклопедияһына байҡау яһаны, Х.Т. Һөйөндөковтың “Сыйырсыҡ ояһы” тигән хикәйәһен уҡып ишеттерҙе. Күңелле сәйәхәт “Оя” тип аталған ҡыҙыҡлы уйын менән тамамланды.
Ольга ҒӘЛИУЛЛИНА,
Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһы мөдире