Яңылыҡтар
12 Апреля 2022, 05:51

Йылы һауа торошо ҡасанға тиклем һаҡланыр?

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо 20 апрелгә тиклем һаҡлана. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 11 апрелдән 20-нә тиклем республикала уртаса һауа температураһының норманан 4 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Йылы һауа торошо ҡасанға тиклем һаҡланыр?Йылы һауа торошо ҡасанға тиклем һаҡланыр?
Йылы һауа торошо ҡасанға тиклем һаҡланыр?

Бөгөн, 12 апрелдә, термометр бағанаһы 17 градусҡа тиклем күтәрелә. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ республиканың көньяҡ-көнсығышында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын.

Шаршамбы, 13 апрелдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.

14 апрелдә көндөҙ һауа +19 градусҡаса йылына, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

Фото: funart.pro

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас