Александр Анаев 1997 йылдың 7 ғинуарында Ырымбур өлкәһе, Бугуруслан районы, Пронькино ауылында донъяға килә.
Ғаиләләре менән Абҙаҡ ауылына күсеп килгәс, 2004 йылда ошо ауыл мәктәбенең I класына уҡырға бара. Тырышлығы, түҙемлеге арҡылы тиҙ арала башҡорт телен үҙләштереп, класта иң өлгөлө уҡыусылар рәтендә була. Китап уҡырға, музыка тыңларға, тиҫтерҙәре менән аралашырға ярата.
- Александр тулы, татыу ғаиләлә үҫте. Өләсәһе Асия апай, тәүге уҡытыусыһы Рәзилә Булат ҡыҙы Ирғәлина башҡортса бер һүҙ ҙә белмәгән малайға әсә телен бар камиллығында өйрәтә алды. Үҙе лә өлгөр, һәләтле, аҡыллы булды, һәр сараның уртаһында ҡайнаны. V класҡа еткәс иһә үҙ теләге менән башҡорт класын һайланы. Һәләк тыныс, итәғәтле, тәртипле, бөхтә бала ине... Быйыл отпускыға ҡайтҡанында Саша менән күрешергә насип ҡылғайны. Абхазияла хеҙмәт итеүе тураһында ихлас һөйләне ул. Бәлки, һалдат тормошон ташларһың, тигәс, юҡ, хеҙмәт итеү, айырыуса танкыла йөрөү оҡшай тине. Улы Богдан, ҡатыны менән таныштырҙы... - ти Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы, Александрҙың класс етәксеһе Фирүзә Сәйфулла ҡыҙы Фәттәхова.
IX класты тамамлағас, егет Белорет металлургия колледжына уҡырға инеп, электромонтер һөнәрен үҙләштерә. Уҡыу йортонан һуң 2015-2016 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсан, яуаплы һалдат тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлана.
2017 йылда Александр Анаев Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп, 09332-се һанлы часта танк тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә башлай...
Яу ҡырында батырҙарса һәләк булған ҡаһарман яҡташыбыҙ оло хөрмәт менән үҙе буй еткергән Абҙаҡ ауылында ерләнде.
Александрҙың ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.