Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2022, 12:29

Вирусологтар май айында ковидтың яңы күтәрелешен фаразлай

Коллектив иммунитетҡа өлгәшеүгә бәйле коронавирустың яңы күтәрелеше февралгә ҡарағанда көсһөҙөрәк булырға тейеш, тип иҫәпләй вирусолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Александр Лукашев.

Вирусологтар май айында ковидтың яңы күтәрелешен фаразлай
Вирусологтар май айында ковидтың яңы күтәрелешен фаразлай

Әлеге ваҡытта Европаның һәм Төньяҡ Американың ҡайһы бер илдәрендә яңы коронавирус йоҡтороу осраҡтарының артыуы күҙәтелә, тип билдәләне вирусолог. Ҡытайҙа йәнә коронавирус тарала. Атап әйткәндә, Шанхайҙа карантин индерелде.

«Шуға күрә бер нисә аҙнанан беҙҙә лә сирҙең башланыуын көтөргә мөмкин. Ләкин һандар февраль тулҡынына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ булыр, моғайын, сөнки коллектив иммунитет ҡаҡшаһа ла, ярайһы уҡ юғары кимәлдә ҡала», — тип хәбәр итте ТАСС агентлығы ғалимдың һүҙҙәренә һылтанма менән.

Фото: omsk.bezformata.com

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: