“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, үлгән ҡатындарҙың кемлеге асыҡланған. Йәнә шуныһы - уларҙың балалары етем ҡалған. Өсәүһенә бергә - ун бала... Асыҡланыуынса, 53 йәшлек ҡатындың – биш, 49 йәшлегенең – өс һәм 36 йәшлегенең ике балаһы әсәйһеҙ ҡалған. 48 йәшлек водителдең иһә өс балаһы бар. Уларҙың дүртеһе лә һыуһаҡлағыс янындағы кафела эшләгән.
Ҡотҡарыусылар машинаны һөйрәп сығарған.
“Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығындағы 77-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡ менән бергә һыуға батҡан машинаны арҡан менән эләктергән, һуңынан трактор уны ярға һөйрәп сығарған”, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү эштәре башланған. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.