+11 °С
Ямғыр
Әлеге ваҡытта 153 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 81-е – 60 йәштән өлкән. Ә 769 кеше амбулатор шарттарҙа сир менән көрәшә (310-ы – 60-ты уҙған). Һуңғы тәүлектә 247 кеше һауығып сыҡҡан (пандемия башланғандан бирле бөтәһе – 277 858). Тәүлек эсендә 5 сирле вафат булған.
Республикала 2 572 704 кеше (+2 956) – вакцинаның беренсе компонентын, 2 438 146-һы (+2 087) ике компонентын да алған.