Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель , 14:34

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы халыҡҡа 2022 йылдың май айында байрам көндәре тураһында хәбәр итте.

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ
Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, Еңеү көнө уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрель, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 май ял һәм байрам көндәре булып тора. Шул уҡ ваҡытта 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш көнө ҡыҫҡармай.

«Алты көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3 һәм 8, 9, 10 май — ял көндәре. Ураҙа байрамы ял көнөнә, 2 майға тура килә. Шуға күрә алты көнлөк эш аҙнаһында 2 майҙағы ял көнө шишәмбе 3 майға күсерелә», — тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығында. Шәмбе 30 апрелдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, ә шәмбе 7 майҙа — ҡыҫҡармай.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәренә  индерелмәй.

Фото: stihi.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в