Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 21 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, тиҙлеге секундына 5-10 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы көндөҙ +7, +12 градус, республиканың көньяғында +17 градусҡа тиклем.
22 апрелдә яуым-төшөм көтөлмәй, Башҡортостандың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен.
Һауа температураһы төндә -3, +2градус. Көндөҙ иһә +9, +14 градус була.
23 апрелдә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ, Башҡортостандың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен.
Һауа температураһы төндә -3, +2градус. Көндөҙ +9, +14 градуҡаса йылыта.