Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2022, 11:40

"Беҙ халыҡ янында булырға тейешбеҙ"

«Һеҙҙең менән еңел булмаған осорҙа осрашабыҙ. Бик күп илдәр беҙҙең илгә санкциялар менән баҫым яһай. Шуға ҡарамаҫтан, республикала хәл тотороҡло», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Муниципаль берәмектәр советының Х съезының пленар ултырышындағы сығыш яһағанда.

"Беҙ халыҡ янында булырға тейешбеҙ"
"Беҙ халыҡ янында булырға тейешбеҙ"

Уның һүҙҙәренсә, 2022 йылдың беренсе кварталы сәнәғәт етештереүе һәм инвестицияларҙың юғары индексын күрһәтте, хөкүмәт әүҙем эшләй, ҡул ҡаушырып ултырмай.

«Беҙ халыҡ янында булырға тейешбеҙ. Һеҙ кабинет хеҙмәткәрҙәре түгел, халыҡ менән күберәк осрашырға, аралашырға кәрәк. Беҙ хәлде контролдә тоторға тейешбеҙ. Яҡлауға мохтаждарға, күп балалы ғаиләләргә, халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған категорияларына иғтибар итеүегеҙ бик мөһим», — тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, ҡала һәм район, ауыл советтары башлыҡтары аҙыҡ-түлеккә хаҡты, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифты күҙәтеп барырға тейеш, сөнки был — бик сетерекле тема.

Халыҡтың мәшғүллек кимәлен һәм халыҡтың килемен һаҡлау мөһим мәсьәлә булып тора, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров уға бер йәмәғәт әүҙемсеһенең ауылды үҫтереү буйына яңы вазифа булдырыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүен һөйләне. Уның фекерен иҫәпкә алмайынса ауылда бер мәсьәлә лә (фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазин, төҙөкләндереү йәки юлдар булһынмы) хәл ителмәҫкә тейеш. Асылда, был идеяға ҡаршы түгелмен, әммә уны тикшерергә һәм халыҡтың, тәү сиратта ауыл советы депутаттарының фекерен белергә

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: