Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель , 20:55

Тыныс йоҡла, ил улы!

Иҙел башы халҡы Украина ерендә һәләк булған ҡаһарман яугир - махсус тәғәйенләнештәге төркөм снайперы, разведчик Артем Мамыкин менән хушлашты.

Тыныс йоҡла, ил улы!
Тыныс йоҡла, ил улы!

 Артем Юрьевич 1983 йылдың 18 ғинуарында Белоретта тыуған. Ҡаланың 17-се гимназияһында белем ала. Бала сағынан әүҙем, аралашыусан, спорт менән дуҫ булған, грек-рим көрәше секцияһында шөғөлләнгән.

Артем һигеҙ балалы ишле, татыу ғаиләлә буй еткерә. Әсәһе, Ольга Петровна, тәүҙә Белорет металлургия комбинатының 11-се цехында - лаборант, һуңынан церебраль фалиж менән сирле балалар өсөн тәғәйен 22-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Атаһы, Юрий Петрович, Белорет металлургия комбинатының 4-се цехында тимерсыбыҡ иретеүсе була. Бөгөнгө көндә икеһе лә хаҡлы ялда.

IX класты тамамлағас, Артем 25-се һөнәрселек лицейына уҡырға инеп, тимер сымды ҡыҫып нәҙегәйтеүсе һөнәрен үҙләштерә. 2001-2003 йылдарҙа әрме сафында - “Витязь” махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәт итә. Ил алдында хәрби бурысын үтәгәндә Икенсе чечен кампанияһында һәм “Норд-Ост” терактында аманатҡа алыныусыларҙы ҡотҡарыуҙа ҡатнаша.

 2003-2013 йылдар арауығында Белорет металлургия комбинатының 6-сы цехында тимер сымды ҡыҫып нәҙегәйтеүсе булып эшләй.

2013 йылдың 29 июлендә Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт килешеүе төҙөп, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының Прохладный ҡалаһында 31681-се хәри часта хеҙмәт итә башлай.

Иңенә үтә етди йөкләмә алыуына ҡарамаҫтан, Артем Юрьевич ғаиләһендә иғтибарлы, хәстәрлекле, йомшаҡ, игелекле атай, тормош иптәше була. Ҡатыны Элина менән Алеся һәм Яна исемле ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Алеся - “Газпром колледж Волгоград” учреждениеһы, Яна Волгоград Эске эштәр министрлығы академияһы студенттары. Әйткәндәй, Янаны уҡыу йортона Артем үҙе әҙерләй, ҡыҙҙы теоретик яҡтан ғына түгел, физик йәһәттән дә сыныҡтыра.

 Ярҙамсыл, ихлас, эскерһеҙ булғанғалырмы, дуҫ-иштәре лә күп ине, ти яҡындары. 2020 йылда йорт һатып ала; шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнергә, виноград үҫтерергә, өйөнә барлыҡ туғандарын, дуҫ-иштәрен йыйып, ҡунаҡ күрһәтергә хыяллана...

Кесе туғандары өсөн һәр йәһәттән үрнәк була ул. Антон ҡустыһы ла уның юлын ҡабатлай - икеһе бер көндә Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт килешеүе төҙөй. Ҡустыһы Сүриәлә һуғышта ҡатнаша, әле иһә Украинала шул уҡ хәрби часта хеҙмәт итә.

Батыр яҡташыбыҙ часть командованиеһының Рәхмәт хаттары, “Спецназда хеҙмәт өсөн”, “Рәсәй Эске эштәр министрлығында алдынғы хеҙмәт өсөн”, “Ҡырымды ҡайтарған өсөн”, “Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған парадта ҡатнашҡан өсөн” миҙалдары менән билдәләнә.

Украина неонацистарына ҡаршы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Артем Мамыкин хөрмәтенә бөгөн Геройҙар Аллеяһында матәм митингыһы  уҙҙы... Тыныс йоҡла, ҡаһарман!   

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в