Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель , 13:24

Шаулап үҫһен «Хәтер баҡсаһы»

«Йәшел Башҡортостан» акцияһына белореттар ҙа ихлас ҡушылды. Бөгөн ҡаланың иң матур Ленин урамындағы скверҙа «Хәтер баҡсаһы» ултыртылды.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

«Йәшел Башҡортостан»  акцияһына белореттар ҙа ихлас ҡушылды. Бөгөн  ҡаланың иң матур  Ленин урамындағы скверҙа  «Хәтер баҡсаһы» ултыртылды. Акцияның әһәмиәте шунда, белореттар тарафынан ултыртылған шыршыларҙың һәр береһе янына Белорет районы һәм ҡалаһынан сыҡҡан билдәле  шәхестәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған табличкалар ҡуйылды. Улар араһында: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, металлургтар, төҙөүселәр, билдәле йырсылар, рәссамдар, яҙыусылар, артистар, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, етәкселәр, спортсмендар. «Хәтер баҡсаһы»нда урын алған  һәр табличкаға GR-код беркетелгән һәм был  шәхес тураһында ентекле мәғлүмәт яҙылған. Район-ҡалабыҙ, Башҡортостаныбыҙ тарихында матур эҙ ҡалдырған, халыҡҡа һәм тыуған еренә тоғро хеҙмәт иткән шәхестәрҙе яҡташтары онотмай. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас в