

- Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, етәкселек менән кәңәшләшеп, Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам күрһәтергә тигән дөйөм ҡарарға килдек. Йыйылған аҡсаға аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары, сабыйҙарға тәғәйен әйберҙәр, түшәк кәрәк-ярағы, еңелләштерелгән ҡотҡарыу носилкалары һәм башҡа мөһим нәмәләр һатып алынды. Үҙ сиратымда, изге ниәттән ситтә ҡалмаған барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, - тине мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин.
Һис шикһеҙ, мохтаждарға ярҙам итеү - ер йөҙөндә иң лайыҡлы, мәрхәмәтле ғәмәлдәрҙең береһе. Кешегә хәленсә яҡшылыҡ ҡылғандар мотлаҡ үҙ әжерен алыр.