-6 °С
Болотло
3 май "Урал" гәзитенең 100 йыллыҡ олпат юбилейына арналған еңел атлетика буйынса эстафета үтә. Эстафета традиция буйынса Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында үткәрелә. Ярыш 3 май сәғәт 11-ҙә башлана. Ярышта ауыл хакимиәттәре командалары, район-ҡаланың мәктәп, уҡыу йорттары командалары ҡатнаша. "Урал" гәзитенә яҙылыу ойошторола. Командаларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы, гәзиткә яҙылыусыларҙы матур бүләктәр кѳтә. Һәр командаға "Урал" гәзите юбилей торттары әҙерләгән.
"Урал" гәзитенең 100 йыллыҡ олпат юбилейына арналған еңел атлетика эстафетаһын ҡарарға саҡырабыҙ. Был тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ дуҫтар!