«Урал» гәзитенең 100 йыллығына арналған еңел атлетика буйынса эстафетаға бөгөн, 2 май һуңғы әҙерлектәр бара. Иң алда, район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Михаил Посаженников ярҙамы менән ҡала стадионына барып Старт, Финиш ҡорамалдарын алдыҡ. Гәзиттең юбилей йылына әҙерләнгән торттарҙы, бүләктәр тултырылған әллә-нисә йәшниктәрҙе машинаға саҡ һыйҙырҙыҡ. Бүләктәрҙе Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына алып барып та ҡуйҙыҡ.
Ауылда ла эштәр ҡайнай. Халыҡ өмә эшләгән, эстафета үткәреү тәртибе буйынса һыҙыҡтар һыҙылған. Ауылға байрам төҫө ингән. Барыһы ла еңел эстафетаға әҙер.
Беҙ барғанда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына етәрәк, бер төркөм ир-егеттәр «Генерал Шайморатов тоҡомдары, Үҙҙәренекен ташламай” тигән банер урынлаштыралар ине. Ауылдың старостаһы Вадим Әҙелмырҙин был банерҙы үҙ аҡсаһына эшләткән. Банерҙы урынлаштырырға Фирғәт Фазлетдинов, Фидан Хөснөтдинов, Рәшит Нухов, Вадим Мөхәмәтйәнов ярҙам итте.
Эстафета үткәреүгә ағинәйҙәр ҙә үҙ өлөшөн индерергә теләп, командаларға ҡайнар сәй эсерер, тәмле пирогтар менән һыйлар өсөн әҙерләнә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Урал» гәзитенең 100 йыллығына арналған еңел атлетика буйынса эстафета 3 май, сәғәт 11-ҙә Ҡоҙғон Әхмәр ауылында үтә.