Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2022, 22:10

Башҡортостанда 91 туристар төркөмө теркәлгән

Башҡортостанда 91 туристар төркөмө теркәлгән. Шул иҫәптән 85 төркөм һыу маршрутын һайлаған. Ҡалғандары йәйәүле сәйәхәткә сыҡҡан. Йәмғеһе май байрамдарында 1443 кеше, шул иҫәптән 81 бала,  тәбиғәттә ял итергә теләк белдереп, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлгән.

Башҡортостанда 91 туристар төркөмө теркәлгән
Башҡортостанда 91 туристар төркөмө теркәлгән

Ведомствонан белдереүҙәренсә, был сара мотлаҡ һәм ҡотҡарыусылар тап иҫәпкә алынған туристарға тиҙерәк ярҙамға килә. Башҡортостандың тау  йылғаларында тәүлек әйләнәһенә ҡотҡарыу постары эшләй. Улар Кесе һәм Оло Инйәр, Һаҡмар, Еҙем, Ләмәздең айырыуса хәүефле һикәлтәләрендә урынлашҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: