+1 °С
Ҡар
NordStar авиакомпанияһының Boeing 737-800 самолеттары Сочиға оса башлай. Халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһынан Сочиға рейстар аҙна һайын йома көндө башҡарыла.
«Өфө аэропортынан осош — көндөҙгө 4-се 10 минутта, Сочиға урындағы ваҡыт менән 5 тула 25 минутта барып етә. Кире йүнәлештә йома көндәрендә осорға мөмкин», — тиелә Өфө аэропорты белдереүендә.
Юлға өс сәғәт ярым ваҡыт китә.
Фото: bv02.info