Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май , 15:39

Радий Хәбиров Башҡортостан аграрийҙарының май байрамдарындағы уңыштары хаҡында һөйләне

Һуңғы тәүлектә Башҡортостан аграрийҙары 120 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәрен башҡарған. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Радий Хәбиров Башҡортостан аграрийҙарының май байрамдарындағы уңыштары хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров Башҡортостан аграрийҙарының май байрамдарындағы уңыштары хаҡында һөйләне

«Бөтәһе 520 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы культуралар сәселгән —  беҙҙең пландың дүрттән бер өлөшө», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы республикала биш климат зонаһы булыуын һәм һәр береһендә сәсеүҙең үҙ графигына ярашлы барыуын хәтергә төшөрҙө. Мәҫәлән, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында яҙғы культураларға бүленгән майҙандарҙың яртыһынан күбеһе сәселгән, Әлшәй һәм Мәләүез райондары ла ошо билдәгә яҡынлашып килә.

Фото: novostipmr.com

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в