Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2022, 12:20

Төшкө ашҡа кетерләп торған тәмле, һутлы чебуректар

Ҡамыр өсөн: 3 стакан он 0,5 сәй ҡалағы тоҙ 1 стакан һалҡын һыу 125 г маргарин Эслек өсөн: 450 г ит фаршы 1-2 баш һуған тәменсә тоҙ, борос 100-150 мл һалҡын һыу

Төшкө ашҡа кетерләп торған тәмле, һутлы чебуректар
Төшкө ашҡа кетерләп торған тәмле, һутлы чебуректар

Тәрән мискәгә ондо иләп, тоҙ һалып бутайбыҙ. 1 стакан һалҡын һыу ҡойоп, сәнске ярҙамында ҡамыр әүәләйбеҙ. Маргарин иреп, ҡайнап сыҡҡансы утта тотабыҙ һәм эҫе килеш ҡамыр өҫтөнә ҡойоп, тиҙ-тиҙ генә болғатабыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сығырға тейеш. Ҡамыр йомарламын аҙыҡ-түлек өсөн тәғәйен пленкаға төрөп, 1,5-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Ит фаршына ит турағыстан үткәрелгән һуған ҡушып, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Яҡшылап бутағас, самалап боҙ кеүек һалҡын һыу ҡоябыҙ.

Ҡамырҙан йомарсаҡтар әүәләп, һәр береһен нәҙек кенә итеп йәйәбеҙ һәм фарш һалып, чебуректар эшләйбеҙ. Табаға етәрлек күләмдә шыйыҡ май ҡойоп, итле бөйөрөктәрҙе уртаса утта ике яҡлап 2-4 минут бешерәбеҙ. Һутлы чебуректарҙы табынға ҡайнар килеш бирәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: natagree.blogspot.com

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в