Яңылыҡтар
6 Мая 2022, 05:41

Һуңғы ҡыңғырау көнөндә бейеү флешмобы уҙғарыла

Быйыл 4 853 XI класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. 

Һуңғы ҡыңғырау көнөндә бейеү флешмобы уҙғарылаҺуңғы ҡыңғырау көнөндә бейеү флешмобы уҙғарыла
Һуңғы ҡыңғырау көнөндә бейеү флешмобы уҙғарыла

Баш ҡалала байрам 25 майҙа «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева хәбәр итеүенсә, сығарылыш уҡыусылары вальс башҡарып, бейеү флешмобында ҡатнаша, уҡытыусылар күмәкләп хор менән йырлай, ә ата-әсәләр үҙенсәлекле ҡотлау менән сығыш яһай.

«Мәктәп тамамлау – онотолмаҫ байрам. Сығарылыш уҡыусылары был көндө ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдырырлыҡ итеп ойошторорға теләйбеҙ. Күләмле, яуаплы сара. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – байрамда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү», – тине Өфө вице-мэры.

Алдараҡ «Башинформ» агентлығы республикала Һуңғы ҡыңғырау байрамы көнөндә алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыуҙарын хәбәр иткәйне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас