Яңылыҡтар
13 Мая 2022, 12:04

Ковидтан үлем осраҡтары йәнә арта башланы

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 раҫланған алты пациент үлгән.  Ике көн элекке менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Бөтәһе 5 637 кеше вафат булған.

Ковидтан үлем осраҡтары йәнә арта башланыКовидтан үлем осраҡтары йәнә арта башланы
Ковидтан үлем осраҡтары йәнә арта башланы

Пандемия башланғандан алып республикала 287 123 сирле теркәлгән. Бөгөнгә 163 пациент дауаханала ята, 33-ө — ауыр хәлдә. 559 кеше өй шарттарында дауалана.

Башҡортостанда вакцинация дауам итә, 2 490 043 кеше уны тулыһынса тамамлаған (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 100,2%).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас