Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2022, 15:31

Сәнәғәт предприятиеларына ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса йүнәлтелә

Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларына республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды иҫәбенә өҫтәмә ярҙам күрһәтелә.

Сәнәғәт предприятиеларына ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса йүнәлтелә
Сәнәғәт предприятиеларына ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса йүнәлтелә

«Санкция баҫымы шарттарында кредит ресурстары хаҡының артыуына бәйле был сара республика предприятиеларының финанс тотороҡлоғон тәьмин итергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тип билдәләне Башҡортостандың премьер-министры урынбаҫары — финанс министры Лира Иғтисамова.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте әҙерләгән тышҡы санкция баҫымы шарттарында ил иҡтисады үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы бурыстар планында төбәк бюджетынан берлектә финанслау шарттарында Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фондын докапитализациялау ҡаралған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: