Яңылыҡтар
18 Мая 2022, 09:18

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта

Рәсәйҙә 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ уртаса 4% арта

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ артаТорлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта

Был турала илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ереськоға һылтанма менән ТАСС хәбәр итте.
«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар йылына бер тапҡыр — 1 июлдән үҙгәрә. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләме билдәләнгән индекстарҙан артмаҫҡа тейеш. Быйыл илдә индекс уртаса 4% үҙгәрә», — тине ул.
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минисрлығында белдереүҙәренсә, 2022 йылда коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән өсөн пеня өҫтәү шарттары үҙгәрҙе. Ил хөкүмәте Үҙәк банктың штраф санкциялары күләмен иҫәпләү өөн ҡулланылған ставканы 9,5% кимәлендә теркәне.

Фото: kurer-sreda.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас