+1 °С
Болотло
«Беҙҙең мәктәп йылдарында бөтәбеҙ ҙә пионер инек, ошо ҙур һәм дуҫ ойошманың беҙҙе берләштереүе менән ихлас ғорурландыҡ. Пионер галстуктарын ғорурлыҡ менән тағып йөрөнөк, хәрәкәттең традицияларын ярата, ихтирам итә инек. Пионерия тәртипкә өйрәтте, тормоштағы тәүге һынауҙарҙы еңергә ярҙам итте, ниндәйҙер мәлдә холоҡто сыныҡтырҙы. Бик бәхетле осор ине, хәҙер уны һағынып иҫкә алабыҙ», — тине Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығына.
Сәйәсмәндәрҙең, артистарҙың, спортсыларҙың пионер бала сағы тураһында хәтирәләре — «Башинформ»дың махсус проектында.