-2 °С
Болотло
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектең аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ йәшен. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә, көндөҙ урыны менән секундына 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +2,+7, көндөҙ +10,+15 градус.
Өфөлә 20 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә. Төндә +4,+6, көндөҙ +13,+15 градус була.