Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2022, 00:49

Мөғжизәләр илендә, әкиәттә ҡунаҡта!

Учалы районының Ҡобағош ауылынан сыҡҡан күренекле ғалим-педагог, билдәле фольклорсы Марат Минһажетдиновтың ижадына һәм тормошона арналған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсынан.

 Учалы районының Ҡобағош ауылынан сыҡҡан күренекле ғалим-педагог, билдәле фольклорсы Марат Минһажетдиновтың  ижадына һәм тормошона арналған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы үтте. Был сара Марат Хәләф улының тыуған ауылы Ҡобағош мәктәбендә уҙҙы. Әгәр иҫән булһа, Марат Хәләф улына 18 майҙа 88 йәш тулған булыр ине. 

Конкурсты ғалимдың яҡташтары, Ҡобағош ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфиә Ғаззалова етәкселегендәге  клуб хеҙмәткәрҙәре, Хәләф Минһажетдинов исемендәге Ҡобағош ауылы уҡытыусылары Рәмзиә Ғәйнуллина, Әлфиә Зияитдинова һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Арҙаҡлы шәхескә арналған сараға мәртәбәле ҡунаҡтар Марат Минһажетдиновтың бер туған һеңлеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Рауза Хәләф ҡыҙы Мөслимова, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, Килмәк мәктәбе директоры Камил Кәбир улы Шөғәйепов саҡырылды.

“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында Ҡобағош, Баттал, Килмәк, Сораман мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары әкиәт һөйләүҙә ярышты.  

Конкурс юғары ойошҡанлыҡта, матур хәтирәләр менән бергә ғалим-педагог Марат Минһажетдиновтың ижадына һәм тормош юлына байҡау яһауҙан башланды. Сараны алып барған Рәмзиә Сабирйән ҡыҙы һәм Зөлфиә Ишбулды ҡыҙы Марат Хәләф улының әсәһе, билдәле сәсәниә, әкиәтсе Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы Минһажетдинова һәм ул заманда зыялы  кеше булған, уҡытыусы Хәләф Минһаж улы Минһажетдиновтың тормош юлына ла байҡау яһанылар.

Конкурс матур сәхнә күренеше, әкиәтсе Мәүзифа өләсәйҙең йәйге бер матур көндә урамда, балаларға әкиәт һөйләүе менән башланып китте. Мәүзифа өләсәй ролен Зөлфиә Ишбулды ҡыҙы бик оҫта итеп бирә алды.

Конкурс бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле үтте. Балалар башланғыс кластарҙа ғына уҡыһалар ҙа, әкиәтте тамашасылар иғтибарына матур итеп, конкурс талаптарына ярашлы үтәне, ролдәрҙе оҫта башҡарып, баһалау комиссияһын әсир иттеләр. Кескәй артистар үҙҙәрен оҫта башҡарыусылар итеп күрһәтә алды, әкиәт текстарын да яттан һөйләгәндә яңылышманылар, баҙап ҡалманылар, образға инеп башҡарҙылар. Баһалау комиссияһы урындарҙы билдәләгән арала Ҡобағош мәктәбе уҡытыусылары, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар “Бесәнгә төшөү” йолаһын күрһәтте. Уҡыусылар Сафия Зияитдинова, Эрик Ғәйфуллин башҡарыуында “Эшләпә” бейеүе, Йәмилә Ҡунаҡбаеваның “Бишбармаҡ” бейеүе, ҡыҙҙар башҡарыуында йыр тамашасылар күңеленә хуш килде.

Әлбиттә, баһалау комиссияһына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Шулай итеп III урынды Сораман мәктәбе уҡыусылары Йәмилә Мәхмүтова, Камилла Ҡотоева, Илвир Рамазанов, Ҡобағош мәктәбенән Эрик Ғәйфуллин яуланы. II урынды Баттал мәктәбенән Илзиә Бирғәлина, Ҡобағоштан Сафия Зияитдинова бүлеште. I урын Ҡобағош мәктәбенән Йәмилә Ҡунаҡбаеваға тапшырылды. Шулай уҡ I урынды Килмәк мәктәбенең башланғыс кластар уҡыусылары яуланы. Улар “Зирәк ҡыҙ” әкиәтен сәхнәләштерҙе һәм тамашасылар, баһалау комиссияһын үҙҙәренең сығыштары менән шатландырҙы.

Гран-приға Баттал мәктәбе уҡыусыһы Гөлзиә Ғәйфуллина лайыҡ булды. Уҡыусыларға, уларҙы конкурсҡа әҙерләп алып килгән уҡытыусыларға Дипломдар, бүләктәр һәм татлы приздар тапшырылды.

“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы башҡорт халыҡ әкиәттәрен пропагандалау, һаҡлау һәм таратыу, сәсәндәрҙе тәрбиәләү, балаларҙың импровизаторлыҡ һәләтен, хәтерҙе үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Был конкурс  Ҡобағош, Баттал, Килмәк, Сораман мәктәптәре  уҡыусыларының талантлы, дәртле булыуҙарын күрһәтте. Бына ниндәй һәләтле быуын үҫеп килә!

Конкурстан һуң балалар апайҙары әҙерләгән тәмлекәстәр менән сәй эсте, үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Сараны ойошторған Ҡобағош ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, мәктәп коллективына, әкиәт ярышында ҡатнашҡан  Килмәк,  Баттал, Сораман мәктәптәре уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына ҙур рәхмәт.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: