Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2022, 14:01

Беҙҙә кино төшәрәсәктәр

Иҙел башында “Рәсәй 1” телерадиокомпанияһы заказы буйынса “Бәхет тау артында түгел” тип исемләнгән сериал төшөрөләсәк.

Беҙҙә кино төшәрәсәктәр
Беҙҙә кино төшәрәсәктәр

Был турала район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте.

“Фильмдың жанры -  детектив, экшн, драма. Сюжет буйынса Крупновтар ғаиләһенең “Бейеклек” туристик базаһында ҡаяға үрмәләү буйынса ярыш үтә. Спорт форумы ғаиләнең матди проблемаларын хәл итергә тейеш була, әммә оҙаҡ йылдар йәшереп киленгән ғаилә сере быға хәүеф менән янай.

Беҙгә Александр Самойленко, Евгений Сидихин, Александр Голубев, Зоя Бербер, Алена Коломина, Анна Котова-Дерябина, Анна Якунина, Дарья Повереннова, Валентин Смирнитский, Мария Әхмәтйәнова, Игорь Огурцов, Роман Богданов кеүек билдәле актерҙар киләсәк. Өфө, Стәрлетамаҡ, Екатеринбург ҡалаларынан да сәхнә кешеләре килеүе көтөлә.

Фильм Белоретта 4 июндән 30 июлгә тиклем төшөрөләсәк. Киностудия продюсерҙары һәм директогры менән осрашып, пландар ҡорҙоҡ, борсоған мәсьәләләрҙе асыҡланыҡ.”, - тип яҙҙы Андрей Иванович.

Фильмды Кирәл, Ҡолсоғаҙыташ, Абҙаҡ ҡаяларында, Учалының “Ҡая лабораторияһы”нда төшөрөү күҙ уңында тотола.

Күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашыу өсөн 18-55 йәшлек урындағы халыҡты йәлеп итеү ҙә ҡарала.

Фото: А. Иванюта сәхифәһенән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: