Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2022, 11:25

Майҙандарҙың 70 проценты сәселгән

 Башҡортостан аграрийҙары 1 миллион 536 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәскән.

Майҙандарҙың 70 проценты сәселгән
Майҙандарҙың 70 проценты сәселгән

Был иһә майҙандарҙың 70%. Сәсеүлектәрҙең күпселек өлөшөн иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар биләй – 1 миллион гектарҙан ашыу (пландың 71%), май бирә торған үҫемлектәр – 336 мең гектарҙа (79%), шәкәр сөгөлдөр 37,7 мең гектарҙа сәселгән (87%).

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, республиканың барлыҡ райондарында ла сәсеү эштәре бара, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ аграрийҙары кампанияны тамамлап килә – был райондарҙа яҙғы культуралар өсөн тәғәйенләнгән майҙандарҙың 90% сәселгән. Стәрлетамаҡ районы абсолют һандарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, бында 88,9 мең гектар майҙанда сәскәндәр. Мәләүез районында күрһәткес – 73 мең гектар, Илештә – 70,8 мең гектар.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: