

Мишкә районының 70 проценты - мариҙар. Мари тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Алексей Ибулаев һөйләүенсә, Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе мариҙар боронғо йола һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыуы менән билдәле. Әйткәндәй, башҡорт һәм татар һабантуйҙарына оҡшаш байрам - “Кугу шелык кумалтыш” та тап яҙғы баҫыу эштәренән һуң уҙғарыла икән. Мишкә районының сатырында көнсығыш мариҙарҙың йорт йыһаздары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ҡуйылған.
Белорус ихатаһында ҡунаҡтарҙы белорустарҙың аҡыл һәм тыныслыҡ ҡошо - ҡауҙы ҡаршылай. Бында һаламдан үрелгән әйберҙәрҙе, милли ҡурсаҡ, сигеүле таҫтамалдарҙы, йорт кәрәк-ярағын күрергә мөмкин.
Стәрлетамаҡ районының грант арҡылы булдырылған мобиль башҡорт тирмәһе лә әллә ҡайҙан күҙҙең яуын алып тора. Тирмәлә башҡорт батыры Ҡаһым түрәгә арналған музей булдырылған.
Һыу һурҙырғыс башня - Белорет ҡалаһының визит карточкаһы. Уның кесерәйтелгән күсермәһе Иҙел башының башҡорт тирмәһе янына ҡуйылған. Был мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡы 1916 йылда төҙөлгән. Ул ҡаланы һыу менән тәьмин итеп кенә ҡалмаған, янғын ҡалансаһы сифатында ла ҡулланылған. Бөгөнгө көндә һыу һурҙырғыс башняла экскурсиялар уҙғарыла.