Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь , 16:19

Алексей Николов: “Хәҙер мәғлүмәт һәр урында, һәр ерҙә, һәр секундта алына”

Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының “Медиайыйын”ының “Заман журналистикаһы” секцияһында төп спикер булараҡ “Russia Todaу” телеканалының генераль директоры Алексей Николов сығыш яһаны. Алексей Львович бөгөнгө шарттарҙа мәғлүмәт алыу үҙенсәлектәре тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Алексей Николов: “Хәҙер мәғлүмәт  һәр урында, һәр ерҙә, һәр секундта алына”
Алексей Николов: “Хәҙер мәғлүмәт һәр урында, һәр ерҙә, һәр секундта алына”

- Әгәр элек беҙ мәғлүмәтте башлыса һүрәттәр, текст аша алһаҡ, 2.0 селтәре һәм социаль селтәрҙәр барлыҡҡа килеү менән мәғлүмәт ағымы даръя, хатта йыһан тиклемгә әйләнде. Хәҙер мәғлүмәт һәр урында, һәр ерҙә, һәр секундта алына, - алына тип билдәләне ул.
Ошондай шарттарҙа дөрөҫтө ялғандан айырыу, кәрәкле, мөһим мәғлүмәтте файҙаһыҙынан айырыу бик мөһим. Спикер айырым миҫалдар ярҙамында мәғлүмәттең дөрөҫ йәки ялған булыуын раҫлау, асыҡлау алымдарына туҡталды.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в