Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь , 16:15

Урал Килсенбаев: “Бөгөн беренсе булып хәбәр итеү түгел, дөрөҫ хәбәр еткереү мөһимерәк”

Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының “Медиайыйын”ының секциялары үҙ эшен дауам итә. Уларҙа ҡатнашыусы спикерҙар оҫталыҡ дәрестәренең темаларына ярашлы фекерҙәре менән ихлас уртаҡлаша.

Урал Килсенбаев: “Бөгөн беренсе булып хәбәр итеү түгел, дөрөҫ хәбәр еткереү мөһимерәк”
Урал Килсенбаев: “Бөгөн беренсе булып хәбәр итеү түгел, дөрөҫ хәбәр еткереү мөһимерәк”

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев “Медиапатриотизм” темаһына оҫталыҡ дәресендә сығыш яһап, бөгөнгө журналистиканың төп йүнәлештәре, ул таянырға тейешле ҡиммәттәр тураһында әйтеп үтте. “Бөгөн беренсе булып хәбәр итеү түгел, дөрөҫ хәбәр еткереү мөһимерәк”, - тине ул үҙ сығышында.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в