Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь , 14:22

"Ҡыйыуҙар бар!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  сәхифәһендә  Башҡортостанда туризмды үҫтереү мәсьәләһенә ҡағылып, Ирәмәлде туристарға асыусы, уңайлыҡтар тыуҙырыусы эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерҙе.

"Ҡыйыуҙар бар!"
"Ҡыйыуҙар бар!"

“Рина Гринберг, Айрат Хәмитов! Республика һәм башҡа төбәк туристарына Ирәмәл тауын күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт! Үҙемдең яҡтан шуны белдерәм, федераль ярҙам  сараларына  республика яғынан ярҙамды ла өҫтәйбеҙ. Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузованы ҡунаҡҡа саҡырабыҙ – беҙҙең егеттәрҙең федераль грантты нисек тормошҡа ашырыуын күрһен!

Таныш булығыҙ –  Өфөнән Рина һәм Айрат. 2020 йылда улар Николаевка ауылында йорт  һатып алды һәм бер йылдан һуң Ростуризм грантын алды. Улар әүҙем ял һәм экотуризм ярата, Башҡортостан буйынса сәйәхәт итә, Николаевкаға һәр ваҡыт ҡайтҡылары килеп кенә тора. Йорттарын һалып бөткәс, туплаған белемдәрен ҡунаҡсыллыҡ индустрияһында файҙаланмаҡсы булалар, шулай итеп, Дом61 проекты барлыҡҡа килде.

 Был Ирәмәл итәгендәге  ҡунаҡхана комплексы тәбиғәт паркы  сигендә урынлашҡан. Эргәлә генә тау йылғаһы аға, тирә-яғындағы тәбиғәт күренештәре – фантастика! Беҙ проектҡа өс миллион һум аҡса менән ярҙам иттек, грант средстволарына ике еңел төҙөлөүсе йорт һалынды һәм йәмәғәт зонаһы төҙөкләндерелде. Турбаза эш башлағас, урындағы халыҡ та  проектты күтәреп алды, улар туристарға аҙыҡ-түлек тәҡдим итә һәм экскурсиялар үткәрә”.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в