+15 °С
Болотло
Ер йөҙөндә иң мөһим һәм мәрхәмәтле һөнәр эйәләрен тәбрикләп, муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала медицина колледжы директоры Азат Хамматов үҙҙәренең изге теләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының сығыштары иһә үҙенсәлекле байрам бүләге булды. Сара һуңында Андрей Иванович пандемия осоронда волонтерлыҡ эшен әүҙем алып барған, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына ҙур ярҙам күрһәткән колледж студенттарына район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.