Был сара тәбиғи юл менән барлыҡҡа килгән наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше йәһәтенән ҡанун боҙоуҙы кисектереүгә, наркотиклы үҫемлек сәсеүлектәрен асыҡлауға һәм составында наркотик матдәләр булған ҡырағай үҫемлек майҙансыҡтарын юҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре составында наркотик йәки психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтереүсе граждандарға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 231-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡаралыуы тураһында иҫкәртә.
Әлеге статьяға ярашлы закон боҙоусылар һигеҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.
Бындай ҡанун боҙоуҙарҙы булдырмауҙың иң нәтижәле сараһы - йәмәғәтселектең хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итеүе. Шуның өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймау йәһәтенән ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Наркотик матдәле үҫемлек майҙансыҡтарын күргән, йәки наркотиктарҙың закоһын әйләнеше йәһәтенән енәйәти ҡылыҡтарҙы белгән осраҡта шунда уҡ Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына шылтыратығыҙ: 8(347)279-32-92.
Гүзәл ДРОНОВА,
Белорет районы буйынса эске эштәр идаралығы.
Фото: михайловское-сп.рф