Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2022, 15:42

Ҡорбан байрамына ҡорбан малын индереү сикләнә

Башҡортостан биләмәһендә Ҡорбан байрамы өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан малын индереү сикләнә.

Ҡорбан байрамына ҡорбан малын индереү сикләнә
Ҡорбан байрамына ҡорбан малын индереү сикләнә

Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, 9 июлдән 11-нә тиклем имен булмаған субъекттарҙан һәм илдәрҙән рөхсәтһеҙ малдар индереү хәүефе арта.

«Был саралар бешмә, бруцеллёз һәм башҡа айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн кәрәк. Карантин сараларын үткән хайуандарҙы ғына индерергә рөхсәт ителә», — тип билдәләне Азат Йыһаншин.

Республиканың баш ветеринары һүҙҙәренсә, ҡорбан салыу Башҡортостан ветеринария хеҙмәте контролендәге махсус бүленгән майҙансыҡтарҙа ойошторола.

«Башҡортостандың барлыҡ муниципалитет һәм район башлыҡтарын беҙгә ярҙам күрһәтергә саҡырам, сөнки агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ғына түгел, тотош республика халҡының именлеге лә шуға бәйле», — тип өҫтәне Азат Йыһаншин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: