Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь , 15:28

"Республика урмандарын тергеҙеү – мөһим бурысыбыҙ!"

Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта һөйләй:

"Республика урмандарын тергеҙеү – мөһим бурысыбыҙ!"
"Республика урмандарын тергеҙеү – мөһим бурысыбыҙ!"

"Йыл һайын, һәр яҙ һәм көҙ, республика урмандарын тергеҙеү менән шөғөлләнәбеҙ. Быйыл башлыса ҡарағай, дардар, ҡайын, йүкә ултыртылды, майҙан да бәләкәй түгел – 5,2 мең гектар. Эште көҙөн дә дауам итәсәкбеҙ. Алдынғылар рәтендә  –  Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Йылайыр урман хужалыҡтары. Арендаторҙар ҙа урман тергеҙеүгә етди ҡарай  – быйыл улар 3,7 мең гектарҙан ашыу майҙанда ағас үҫентеләре ултыртҡан. Был урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында эшләнә. Беҙҙең питомниктар уларҙы үҫентеләр менән тулыһынса тәьмин итә. Питомниктар йылына 50 млн үҫенте үҫтереп бирә. Быйыл яҙын 20 гектарҙан ашыу майҙанда урман культуралары ултыртылды. Һауа торошона бәйле булмаҫ өсөн тағы 24 теплица төҙөнөк, хәҙер республика буйынса уларҙың һаны – 56.   Урман республикабыҙҙың 40 процент территорияһын биләй. Һәм беҙ ошо байлыҡты киләсәк быуын өсөн һаҡларға бурыслыбыҙ. Был мөһим эште артабан да мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ".

Фото Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в