+15 °С
Болотло
Mash телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, йөрәк ауыртыуына зарланып, Шатунов кисә кис тиҙ ярҙам саҡыртҡан. Табиптар киҫкен миокард инфаркты диагнозын ҡуйған.
“Ласковый май” төркөмө 1986 йылда Оренбург ҡалаһында урындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тарафынан төҙөлә. 1980-1990 йылдар арауығында төркөм ғәйәт ныҡ популярлыҡ яулап, ҙур-ҙур стадиондар йыя. Шатунов иһә үҫмер ҡыҙҙарҙың төп кумирына әйләнә. “Ласковый май” төркөмөнөң иң билдәле йыры - “Аҡ раузалар”ҙы әле булһа ла күптәр яратып тыңлай.
Фото: makataka.ru