Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2022, 11:22

Коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

Көҙөн Башҡортостанға коронавирустың яңы тулҡыны килә, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Business FM радиостанцияһына әңгәмәһендә.

Коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә
Коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

«Эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына ҡарамаҫтан, сирҙең яңы тулҡынына әҙерләнәбеҙ. Был тәү сиратта миҙгелле гриптың һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһының башланыуына бәйле», — тине Айрат Рәхмәтуллин.
Министр һүҙҙәренсә, һуңғы айҙа ауырыу кимәле 30% кәмегән. Башҡортостан икенсе аҙна рәттән Рәсәйҙә халыҡты вакцинациялау һәм ревакцинациялау темпы буйынса өсөнсө урынды һаҡлап ҡалды.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас