Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2022, 16:19

"Рәссамдың" шәхесе асыҡланған

Май аҙағында район буйынса эске эштәр бүлегенә ҡала паркы янында урынлашҡан киоскы хужаһы мөрәжәғәт итә. Ғаризала әйтелеүенсә, билдәһеҙ кеше баллондағы буяу менән жалюзиға һүрәт төшөргән. Тәртип боҙоу видеокүҙәтеү камераларының объективына эләккән.

"Рәссамдың" шәхесе асыҡланған
"Рәссамдың" шәхесе асыҡланған

Асыҡланыуынса, төндә ике йәш кеше ҡала паркын ҡыҙырған. Берәүһе киоскыға граффити яһаһа, икенсеһе шуны смартфон камераһына төшөрөп торған. Килтерелгән зыян күләме 4 мең һумды тәшкил иткән.

Әлеге факт йәһәтенән тикшереүҙәр барышында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан бәлиғ булмаған “рәссамдың” шәхесе билдәләнә. Уға ҡарата административ протокол төҙөлгән. Материалдар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса район комиссияһына тапшырылған.

Гүзәл ДРОНОВА,

район буйынса эске эштәр бүлеге.

 

Автор:
Читайте нас: