Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2022, 10:37

Тыныс йоҡла, батыр…

Белорет егете, ике Батырлыҡ ордены кавалеры, “Хәрби батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған танк ротаһы командиры, Жуков орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы Ҡаҙан юғары танк команда училищеһын тамамлаған өлкән лейтенант  Вадим Гавриков Украинала барған махсус операция мәлендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды.

Тыныс йоҡла, батыр…
Тыныс йоҡла, батыр…

Күптән түгел, апрель айында ул махсус операция барышында неонацистарға ҡамауҙан сығырға мөмкинлек бирмәй геройҙарса батырлыҡ күрһәтеп, Рәсәй Оборона министрлығы тарафынан дәүләт наградаһына лайыҡ булғайны. Өлкән лейтенант Вадим Гавриков етәкселек иткән танк ротаһы тораҡ пунктты хәрби нацистик формированиеларҙың береһенән азат итте. Офицер һәм уның ҡул аҫтындағылар оборона һыҙығын уңышлы өҙөп, дошмандың дүрт танкыһын һәм 20 боевигын юҡ итте. Артабан Вадим Олегович етәкселек иткән рота ҡаршы яҡтың оҙаҡ ваҡытлы ут нөктәләрен, шулай уҡ бер нисә “Джавелин” танкыға ҡаршы ракета комплекстар иҫәбен юҡҡа сығара.

Рәсәй хәрбиҙәре тарафынан ҡамалған украин милләтселәре әсирлеккә бирелергә теләмәй ҡамауҙан сығырға маташа. Әммә дошмандың ҡаршылашыуы һындырыла: пехотаның өс хәрби машинаһы һәм 20-ләп милләтсе юҡ ителә.

Батыр менән 30 июндә Геройҙар аллеяһында хушлашыу ойошторолдо. Тыныс йоҡла, ил улы…

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: