Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2022, 12:02

КамАЗ урлаусы тотолған

Күптән түгел район буйынса эске эштәр бүлегенә 43 йәшлек урында йәшәүсе ҡаланың Блюхер урамындағы урман янғыны станцияһы биләмәһенән уның КамАЗ автомобилен урлауҙары тураһында хәбәр итә.

КамАЗ урлаусы тотолған
КамАЗ урлаусы тотолған

Мөрәжәғәт итеүсе билдәләүенсә, ул йөк ташыу хеҙмәттәре күрһәтеүсе шәхси эшҡыуар булып иҫәпләнә һәм урман янғыны станцияһы биләмәһе өлөшөн арендалай. Был урында видеокүҙәтеү камералары урынлаштырылған.

Ваҡиға урынына юлланған тәфтиш-оператив төркөм Белорет - Отнурок юлының 15-се саҡрымында юғалған КамАЗ-ды осрата. Полицейскийҙар тиҙ арала ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай. Ул 34 йәшлек, бығаса бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған (шул иҫәптән урлашыу буйынса) ир булып сыға.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүсе иҫерткес эсемлек ҡулланғас, төнөн урман янғыны станцияһына килә. Ҡапҡаны туҡылдатып, ҡарауылсыға танышын эҙләүе тураһында әйтә һәм теге уны ҡапҡа эсенә үткәрә. Рецидивист биләмә
эсенә үткәс, ишеге бикләнмәгән, тоҡандырғысында асҡысы торған КамАЗ автомобилен күрә һәм ҡарауылсыны икенсе тапҡыр алдап, автомобилгә ултырып Отнурок ауылы яғына ҡарай юллана.

Иҫерек водитель идара итеү мөмкинлеген юғалтып, юлдан ситкә ҡарай төшөп китеп бата. Һөҙөмтәлә, машинаны ташлап ҡалдыра һәм йәйәүләп Отнурок ауылына иҫерткес эсемлек эсергә китә.

Ҡулға алыныусыға ҡарата Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 116-сы статьяһына ярашлы эш асылған. Ир үҙ ғәйебен таныған һәм әлеге ваҡытта һаҡ аҫтында.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: