Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2022, 17:16

6 июлдән беренсе класҡа ғаризалар ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башлана

Башҡортостанда 6 июлдән мәктәпкә беркетелмәгән биләмәлә йәшәгән балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана.

6 июлдән беренсе класҡа ғаризалар ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башлана
6 июлдән беренсе класҡа ғаризалар ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башлана

 Ошо осорҙа ата-әсәләр икенсе райондың мәктәптәренә ғариза бирергә мөмкин. Быны 5 сентябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша эшләргә була.

«Дәүләт хеҙмәттәре порталында мәктәпкә ғариза биреү бик уңайлы. Беҙҙең республика өсөн хеҙмәт бер юлы ике платформала: Дәүләт хеҙмәттәренең федераль һәм төбәк порталдарында күрһәтелә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

«Балаларҙы муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү» электрон хеҙмәтен юллау өсөн ата-әсәнең паспорты, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы һәм йәшәгән урыны тураһында белешмә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәпкә ҡабул итеүҙең беренсе этабы 1 апрелдә башланып, 30 июнгә тиклем дауам итте.

 

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: