Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2022, 11:54

Ҡорбан байрамы уңайынан - оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Ҡорбан байрамы уңайынан оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.

Ҡорбан байрамы уңайынан -  оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы
Ҡорбан байрамы уңайынан - оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы

 «Киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Дүшәмбе, 11 июлдә, беҙҙе өҫтәмә ял көнө көтә», — тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

Быйыл Ҡорбан байрамы шәмбе, 9 июлгә, тура килә. Шуға бәйле ул дүшәмбе, 11 июлгә, күсерелә. Шулай итеп, республикала биш көнлөк эш аҙнаһында 9, 10 һәм 11 июль — ял көндәре. Йома, 8 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Фото: rb7.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: