Бөгөн Екатеринбургта «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы йомғаҡтары иғлан ителде.
Башҡортостан 93,6 балл менән Мәскәүҙе һәм Мәскәү өлкәһен уҙып китеп, беренсе урынды алды.
Республика автомобиль бензины, кальцийлы һәм аш содаһы, табаҡлы быяла, автомобиль тағылмалары һәм ярымтағылмалар, шулай уҡ башҡа продукция сығарыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй.
Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 107,5% тәшкил итһә, 2022 йылдың ғинуар-майында 106,2 % булған, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 3,4% юғарыраҡ (ғинуар-май айҙарында Рәсәйҙә – 102,8%).