Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2022, 17:41

Төбәктең сауҙа үҙәктәре һалымдан азат ителә

Башҡортостандың сауҙа үҙәктәре 2022 йылда милек һалымын түләүҙән азат ителеүе мөмкин. Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының тейешле закон төҙәтмәләре июлдә ғәмәлгә индерелә.

Төбәктең сауҙа үҙәктәре һалымдан азат ителә
Төбәктең сауҙа үҙәктәре һалымдан азат ителә

«Быйыл ҡуртымға алыусылар өсөн ҡуртым хаҡын арттырмаған һәм хеҙмәткәрҙәрҙең 90 процентын һаҡлап ҡалған, шулай уҡ һалым базаһы 2022 йылға уларҙың кадастр хаҡы булараҡ билдәләнгән объекттар исемлегенә индерелгән сауҙа үҙәктәре һәм комплекстар льгота алыу хоҡуғына эйә була», — тип билдәләне республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Закон ауылда урынлашҡан ҡулланыусылар йәмғиәттәре һәм союздары өсөн күсемһеҙ милеккә һалымды кәметеүҙе лә күҙ уңында тота.

Фото: promdevelop.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: