Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2022, 15:08

Тарихта беренсе тапҡыр «Юлдаш» радиоһы сәхнәгә спектакль сығарҙы

Күптән түгел «Юлдаш» радиоһы Башҡортостандың иң әүҙем ауылын асыҡлау йәһәтенән конкурс ойошторғайны. Бәйгегә 30-нан ашыу ауыл ҡушылды, уларҙан 7-һе финалға үтте. Көсөргәнешле бәйгелә Әбйәлил районының Күсем ауылы еңеп сыҡты һәм радионан эксклюзив бүләк отто. Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың тыуған ауылына «Юлдаш»тар махсус пьеса яҙып, үҙҙәре сәхнәләштергән спектакль алып барҙы.

Тарихта  беренсе тапҡыр «Юлдаш» радиоһы сәхнәгә спектакль сығарҙы
Тарихта беренсе тапҡыр «Юлдаш» радиоһы сәхнәгә спектакль сығарҙы

Коллектив көн дә 24 сәғәт эфир уҙғарған арала ике ай дауамында «Буран ФМ» тип аталған спектакль әҙерләп, 30 июндә уны Күсем ауылы клубында халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.  Ул мөхәббәт, тоғролоҡ һәм ябай кешеләр яҙмышында «Юлдаш» радиоһының уйнаған роле тураһында. Пьесаның авторы – йәш алып барыусы А.Сәсәнбаев, спектаклгә көйҙәрҙе композитор Р.Арҫланов яҙҙы, сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – З.Лира, ролдәрҙе төрлө бүлек мөхәррирҙәре, реклама һәм СММ белгестәре, алып барыусылар, тауыш режиссерҙары башҡарҙы.

Күсем ауылы халҡы аяҡ үрә «Юлдаш» тамашаһын ғына алҡышлап ҡалманы, иң әүҙем ауыл икәнлеген иҫбатлап, бейеү һәм фольклор ансамблдәре сығышын, спортсылар күнекмәләрен, ауылдарының данлыҡлы музейын, мәсетен, мәктәбен күрһәтте, йәйләүҙә ҡунаҡтарға самауыр сәйе эсерҙе, йолаһына тура килтереп, төрлө милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттерҙе, дискотекала бейетте, тауға күтәрелеп данлыҡлы күлдәрен, далаларын күрһәтте.

Әбйәлилдә рухланған, илһам алған коллектив спектаклде Өфө тамашасыһына күрһәтергә тигән хыял менән ҡайтты.

«Тыңлаусыбыҙға  мөмкин тиклем яҡын булыу, уның менән бәйләнеште нығыта барыу, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһында эшләүселәрҙең башҡа һәләттәрен дә асыу һәм танытыу йәһәтенән беҙ заманға ярашлы бөтә алымдарҙы ла ҡулланып ҡарайбыҙ. Спектакль яҙыу һәм уны сәхнәләштереү шундай маҡсаттарҙың береһе ине. Тамашасының уны ихлас ҡабул итеүе бик ҡыуандырҙы, был тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ проекттарға тотонорға этәргес булыр», — ти директорҙың радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: