Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2022, 14:15

«Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»

Башҡортостанда Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонды оҙатыу сараһы уҙҙы. 

«Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
«Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»

Уны ойоштороу башланғысын хәрби хеҙмәт ветерандарының республика йәмәғәт ойошмалары тәҡдим итте. Яҡташтарыбыҙҙы бер хәрби сафҡа йыйыу идеяһын башҡа ветерандар, патриот-йәмәғәтселәр һәм Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөргә йыйынған ирекмәндәр күтәреп алды.

«Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар!

Бөгөн республикабыҙ тарихында үҙенсәлекле көн. 80 йылдан ашыу элек Өфөнөң Совет майҙанында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағы тапшырылған. Бөгөн беҙҙең егеттәр йәнә фашизмға ҡаршы көрәшергә, илебеҙҙе һаҡларға китә.

Донбасс менән беҙҙе тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләй. Оҙаҡ йылдар беҙ шунда йәшәгән халыҡҡа ярҙам итәбеҙ. Бөгөн беҙҙең табиптар, төҙөүселәр һәм ирекмәндәр унда эшләй. Әммә уларға хәрби ярҙам да кәрәк. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең янығыҙҙа булырбыҙ, һеҙгә ярҙам күрһәтербеҙ. Республика һеҙҙе көтә. Еңеү менән ҡайтығыҙ. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны ирекмәндәре булыуҙың оло хөрмәткә лайыҡ икәнен онотмағыҙ. Хәйерле сәғәттә!», – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, батальон яугирҙәре алдында сығыш яһап.

Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, батальонға алынғандарҙың барыһы ла ҡыйыу аҙым яһаған.  

«Һеҙ ышаныслы, дуҫ коллектив булып ҡалырһығыҙ тип ышанам. Уңышлы хәрби әҙерлек һәм хәрби бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығыуығыҙҙы теләйем»,  – тине хәрби комиссар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: