Рәсәйҙә коронавирустың “кентавр” тип исем алған яңы төрө осраҡтарының теркәлә. Ул Европала әүҙем тарала. Рәсәйҙә лә уның менән сирләү осраҡтары бар. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала әлегә был штамм теркәлмәгән.
Һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда сирләүселәр һаны арта. “Көн һайын 10–15 кеше килә, тик һуңғы көндәрҙә был һан көнөнә 19-20 кеше тәшкил итә. Койкалар һаны етерлек, медикаменттар ҙа. Әле ябыҡ булған госпиталдәр, кәрәкһә, 48 сәғәт эсендә асыласаҡ”, - тип белдерә Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов.
Былтыр йыл аҙағында республикала йәшәүселәр әүҙем вакцина яһатты. Әммә табиптар белдереүенсә, был ярты йылға етәсәк, йәғни сентябргә иммунитет “йомшарасаҡ”.
“Беренсе тулҡын – һуңғы алты айҙа вакцинациянан һуң иммунитеттың ҡаҡшауы. Февралдә омикрон күпләп теркәлде. Был ваҡытта кешеләр сирләне һәм иммунитетҡа эйә булды. Һәм ул сентябргә ҡарай кәмей башлаясаҡ. Шунда ковидтың “ике үркәсле” тулҡыны барлыҡҡа киләсәк”, - тигән Азат Мөхәмәтйәнов.
Бөгөн табиптар ревакцинациялауҙың мөһим икәнлеге хаҡында иҫкәртә. Йәшәү урыны буйынса поликлиникала прививка яһатырға мөмкин. Ә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылып була.
Фото: business-gazeta.ru