Был түләүһеҙ хеҙмәт менән ҡулланыр өсөн һалым йә Күп тармаҡлы үҙәк бүлегендә килешеү төҙөргә кәрәк (бланкты Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтынан алырға мөмкин). Килешеүҙе шулай уҡ элемтәнең телекоммуникацион каналдары - “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисы йәки “Физик шәхестең һалымы” мобиль ҡушымтаһы аша электрон рәүештә лә йүнәлтергә була. Ризалыҡ ебәргәндән һуң, һалым бурысы булған осраҡта, шунда уҡ электрон хәбәр килә.
Һалым бурысы йәһәтенән мәғлүмәттәр менән Nalog.gov.ru/info_dolg/ һылтанмаһы аша танышырға мөмкин.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының “ҡыҙыу линияһы”: 8(347) 226-38-00; Бәйләнеш үҙәгенең телефон һандары: 8-800-2222222.
Фото: www.nalog.gov.ru